«Салауат Юлаев» хоккейсылары көтмәгәндә уңышһыҙлыҡҡа тарыны 25.12.2015

Кисә улар үҙ боҙонда Мәскәүҙең «Спартак» клубынан  отолдо.

Тәнәфес алдынан Мәскәүҙә үткән уйында юлаевсылар үҙ дәғүәселәренән 1-3 иҫәбенә еңелгәйне. Шуға ла күп кенә көйәрмәндәр мотлаҡ реванш буласағын төҫмөрләне. Әммә бындай юрау ысынбарлыҡҡа тап килмәне. Ҡунаҡтар иҫәпте һигеҙенсе минутта асты. Был ваҡытта уларҙың бер уйынсыһы штраф эскәмйәһендә ултыра ине. Тәнәфестән һуң ҡыҙыллы-аҡлылар йәнә уңышҡа өлгәште. Яҡташтарыбыҙ иһә өсөнсө осорҙа ғына тәүге яуап шайба индерҙе. Ләкин был голдан һуң командалар башҡаса үҙ көйәрмәндәрен ҡыуандыра алманы. Шулай итеп осрашыу Мәскәү клубы файҙаһына 2-1 иҫәбенә тамамланды. Иртәгә юлаевсылар Санкт Петербургтың «СКА» хоккейсыларын ҡабул итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика