«Салауат Юлаев» хоккейсылары дүртенсе уйын рәттән еңеү яуланы 18.09.2015

Был юлы улар Новокузнецикиҙың «Металлург» клубын  отто. Уйын алдынан күп кенә спорт белгестәре еңеү юлаевсылар яғында буласаҡ тип фаразлағайны. Ысынлап та, уларҙың күҙаллауҙары дөрөҫлөккә тап килде.  

Иҫәпте Николай Прохоркин асты. Артабан уңышҡа Александр Нестеров, Игорь Григоренко һәм Иван Вишневский өлгәште. Дәғүәселәр иһә бер тапҡыр ғына яуап шайбаһы индерә алды. Был еңеүҙән һуң юлаевсылар турнир таблицаһындағы хәлен бер аҙ яҡшырта алды. Әле улар 13 мәрәй менән етенсе баҫҡысты биләй. Йәкшәмбе Анатолий Емелин дружинаһы «Сибирь» хоккейсыларынҡабул итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика