«Салауат Юлаев» хоккейсылары бөгөн оҙайлы ялдан һуң Республика кардиология диспансерында медицина тикшереүе үтте

«Салауат Юлаев» хоккейсылары бөгөн оҙайлы ялдан һуң Республика кардиология диспансерында медицина тикшереүе үтте     06.07.2015

Үҙәк табиптары легионерҙарҙан тыш барлыҡ уйынсыларҙың да сәләмәтлеген күҙәтте. Сит ил вәкилдәре командаға Европала уҙасаҡ йыйындарҙа ғына ҡушыласаҡ. Ә бына  һөжүмселәр Дмитрий Сёмин, Евгений Скачков һәм Александр Мерескин медицина тикшереүе үтергә килмәне. Һуңынан юлаевсыларҙың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, был хоккейсылар менән килешеүҙәр ваҡытынан алда туҡтатылған.

Бынан тыш, латыш Артурс Кулда ла ике яҡлы килешеү буйынса киләһе миҙгелдә Өфө клубы өсөн сығыш яһамаясаҡ.  Медицина тикшереүен хоккейсылар бер нисә этапта үтте. Уның һөҙөмтәләре буйынса уйынсыларҙың  нисек ял иткәнен, уларҙың яңы миҙгелгә әҙерлеген баһаларға мөмкин буласаҡ. Әлегә юлаевсылар ҡунаҡханаларҙа йәшәй. Әммә яҡын көндәрҙә  Анатолий Емелин тәрбиәләнеүселәре тәүге күнекмәләр үткәреү өсөн Словенияның Марибор ҡалаһына юллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика