«Салауат Юлаев» хоккейсылары бөгөн үҙ боҙондағы сираттағы уйынын үткәрә 04.02.2015

Өфөгә тәүге тапҡыр Финляндияның «Йокерит» клубы килә. Сит ил командаһы әле көнбайыш дивизионда дүртенсе баҫҡысты биләй, юлаевсылар  көнсығышта бишенсе урында. Владимир Юрзинов тәрбиәләнеүселәре өсөн һуңғы өс уйын уңышһыҙ тамамланды.

Улар «Торпедо», «Северсталь» һәм ЦСКА командаларынан отолдо.  Өфө  клубы быйылғы миҙгелдә «Йокерит» хоккейсылары менән ике тапҡыр осрашты.  КХЛ сиктәрендә юлаевсылар 2-1, ә Шпенглер кубогы өсөн турнирҙа 4-3 иҫәптәре менән еңеү яуланы. Бөгөнгө осрашыу киске сәғәт етелә башлана. Ғәҙәттәгесә, осрашыуҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика