«Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн  Новокузнецкиҙа үткән уйын уңышһыҙ тамамланды 06.01.2015

Континенталь хоккей лигаһының 2015 йылдағы старт матчында Владимир Юрзинов командаһы ҙур айырма менән алға сыҡһа ла, һуңынан бер мәрәйгә артта ҡалып еңелеп ҡуйҙы.

Тәүге осор юлаевсылар файҙаһына 3:1 иҫәбе менән тамамланһа,  икенсеһендә яҡташтарыбыҙ «Металлург» командаһы ҡапҡаһына тағы ла бер шайба индерә алды. Һөҙөмтәлә, 4:1 иҫәбе  Салауат Юлаев командаһы еңеүенә ышаныс өҫтәне. Әммә уйын бөтөнләй көтөлмәгән иҫәп менән тамамланды. Уйын аҙағына тиклем майҙан хужалары «Салауат Юлаев» командаһы ҡапҡаһына  4 гол индерҙе. Осрашыу 4: 5 иҫәбе менән тамамланды. 7 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» Астананың «Барыҫ» командаһы менән осрашасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика