«Салауат Юлаев» хоккей клубы идараһының яңы составы раҫланды 20.02.2015

Унда биш кеше инә. Улар - Сергей Молчанов, Сергей Михалёв, Михаил Ставский, Дмитрий Ганабин. Клуб идаралығында Юрий Пустовгаров  үҙ урынын һаҡлап ҡалды.  

«Салауат Юлаев» хоккей клубы идараһы президенты яңы составтың тәүге ултырышында һайланасаҡ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса был вазифаға Александр Семак тәғәйенләнеүе ихтимал. Шул уҡ көндө Континенталь хоккей лигаһы етәкселегенә Башҡортостан Хөкүмәтенең юлаевсыларҙы финанслауы хаҡында гарантия ебәрелде. Уны ҡабул итеүҙәре хаҡында яуап алынған. Документҡа ярашлы, клуб Хөкүмәттең социаль маҡсатлы программалар фонды тарафынан финанслана. Ә контракттар буйынса барлыҡ бурыстар ҙа тулы күләмдә үтәләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  идараны үҙгәртеп ҡороу кәрәклеге хаҡында 18 февралдә Башҡортостан башлығы  Рөстәм Хәмитов белдергәйне. - Минең аңлауымса, хоккей клубы менән үҙ эшен, хоккейҙы яҡшы белгән профессионалдар етәкселек итергә тейеш. Өфөлә белгестәр күп. Беҙ хоккей республикаһы. Бынан тыш, идара составына көйәрмәндәр араһынан вәкилдәр индереүҙе лә ҡарарға кәрәк.  Улар йәмәғәт башланғысында ихлас эшләр ине, тине республика башлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика