Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» спорт һарайында ҡыҙҙар араһында Иван Ярыгин исемендәге фонд призына ирекле көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы

Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» спорт һарайында ҡыҙҙар араһында Иван Ярыгин исемендәге фонд призына ирекле көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы 14.11.2016

Быйыл ярыш Салауатта дүртенсегә  үтте. Йылдан-йыл турнирҙың географияһы киңәйә бара. Был юлы ла унда Ҡырымдан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем гүзәл зат  вәкилдәре көс һынашты. Ойоштороусылар фекеренсә, бәйгенең абруйы күтәрелеүе, республикала ҡатын-ҡыҙҙар араһында ирекле көрәште үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк. Ғәҙәттәгесә, ярыш барышын Рәсәй йыйылма командаһы тренерҙары күҙәтте.  

Наталья Смирнова, Рәсәй йыйылма командаһы тренеры: «Ярышта ҡатнашыусылар араһында Европа һәм донъя призерҙары ла бар. Турнирҙа һәр ваҡыт кадет йәшендәгеләр менән үҫмерҙәрҙе осраштырабыҙ. Бындай ярыштарҙы киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ».  
Нәргиз Кәримова, турнирҙа ҡатнашыусы /Ырымбур/: «Ирекле көрәш менән 9 йәштән шөғөлләнәм. Спорт мастерлығына кандидатмын. Ярышҡа былтыр ҙа килгәйнем, быйыл алдынғы урынға иҫәп тотам».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика