Өс уйын рәттән отолғандан һуң Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары, ниһайәт, еңеү яуланы

Өс уйын рәттән отолғандан һуң Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары, ниһайәт, еңеү яуланы 01.11.2014

Воронеж ҡалаһында урындағы «Буран» клубы менән осрашыу яҡташтарыбыҙ файҙаһына 4:2 иҫәбе менән тамамланды.

Дәғүәселәр был уйынға айырыуса етди әҙерләнгән. Сөнки улар ике йыл  рәттән плей-офта тап  Руслан Сөләймәнов дружинаһы тарафынан  уңышһыҙлыҡҡа дусар булды. Һуңғы осрашыу Башҡортостан командаһы өсөн һөҙөмтәле башланды. Бишенсе минутҡа тиклем  Алексей Митрофанов менән Андрей Анкудинов бер-бер артлы ике шайба индерҙе. Тәнәфестән һуң әлеге лә баяғы Алексей Митрофанов менән  Анатолий Степанов уңышҡа өлгәште. Майҙан хужалары ике гол менән генә яуап ҡайтара алды.  Икенсе ноябрҙә  яҡташтарыбыҙ Балашиханың «Динамо»һы менән көс һынаша.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика