Сәләмәтлек байрамы 08.08.2015

Бөгөн Рәсәйҙә физкультура хеҙмәткәре көнө билдәләнә. Йолаға ярашлы, байрам стадиондарҙа үтә, майҙанда футбол, воллейбол, ҡул көрәше, йүгереү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторола. Ә бына Әлшәй районындағы сараны воркаут майҙансығын асыу тантанаһы биҙәне. Шуныһы мөһим, башланғысты финанслау һәм тормошҡа ашырыуҙы тулыһынса йәштәр үҙ көстәре менән башҡара.

Акробатика һәм көс талап иткән күнегеүҙәрҙән торған воркаут яңы спорт төрө. Уға мөнәсәбәт тә төрлө. Шуға ҡарамаҫтан ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул киң танылыу яулап өлгөрҙө. Раевка ҡасабаһы йәштәре лә воркаут менән 2013 йылда Өфөлә үткән ярышта танышып, уны район кимәлендә үҫтерә башлай. Ә инде үҙҙәренең майҙансығын булдырыуҙа уларға йәмәғәт эше асылын өйрәнеү ярҙам итә.
Артабан энтузиаст егеттәр урындағы эшҡыуарҙар, ойошмаларға мөрәжәғәт итеп майҙансыҡ өсөн кәрәкле сумма туплай. Эшкә мәктәп уҡыусылары, студенттар йәлеп ителә һәм өс аҙна эсендә воркаут менән шөғөлләнеү урыны әҙер була. Башланғыстың тормошҡа ашыуына финанс ярҙам күрһәтеүселәр ҙә шат. Күмәк спорт төрө тик ыңғай күренеш, ти улар.
Раевкала был көн воркаут һөйөүселәре өсөн генә түгел, спортҡа битараф  
булмаған һәр кем өсөн байрамға әйләнде. Ҡасабаның космонавтар стадионында райондың футбол, воллейбол, баскетбол һәм башҡа командалары йыйылды. Сәләмәтлек байрамынан бәләкәстәр ҙә ситтә ҡалманы, һәр кем күңеленә яҡын шөғөл тапты.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика