Сәләмәт тормош өсөн! 27.12.2014

Мәкелә һыу инеүселәр һуңғы йылдарҙа артҡандан-арта. Тәнде һыуыҡ һыу менән сыныҡтырыу - ҡан тамырҙары өсөн файҙалы, сәләмәтлекте нығыта тигән фекерҙә Өфө морждары. Бөгөн улар араһында йөҙөү буйынса чемпионат уҙҙы.

Команда бирелеүгә спортсылар һыуыҡ һыуға һикерә. 50 метрлыҡ аралыҡты, сатлама һыуыҡта йөҙөп сығыуы еңелдән түгел...6-сы тиҫтәне ҡыуған Филарит Вәхитов был спорт төрө менән йөрәгенә операция эшләнгәс шөғөлләнә башлай. Һыуыҡ һыуға инеүгә, ҡан тиҙерәк йөрөй, үҙемде яҡшы тоям, ти уҙаман. Ә Володя Андреевтың рухының ни тиклем көслө булыуы ғорурлыҡ хистәрен уята. Уҙаман ҡурҡыныс юл фажиғәһендә бер аяғын һәм ҡулын юғалта. Ләкин бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан бирешмәй, спорт менән шөғөлләнә башлай. Володя Андреев, морж: «Хоҙай Тәғәлә был спорт менән шөғөлләнергә миңә үҙе ҡушҡандыр, тип уйлайым. Иң мөһиме - һыуыҡ һыуҙан ҡурҡмаҫҡа. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән спортҡа килдем». Чемпионатта ике тиҫтәнән ашыу морж көс һынашты. Улар араһында йәштәр ҙә, ололар ҙа бар. Ҡайһы берәүҙәр һыу инеп сыҡҡас ҡарҙа ла аунаны. Боҙ мәкелә һыу инеүселәрҙең һәр береһе был спорт төрөн ярата. Улар йәйҙе түгел, ә һыу инер өсөн һыуыҡ ваҡыттарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Морждар араһында, был спорт менән шөғөлләнеү ярҙамында күп сирҙәрҙән дауаланыусылар ҙа бар. Шулай ҙа һыуыҡ һыуға әҙерлекһеҙ инергә кәңәш итмәй табиптар. Дауаланам тип, киреһенсә имгәнергә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика