Сәләмәт тормошҡа – велосипедта 24.06.2015

Бөгөн Өфөнөң Яҡутов паркында «Велоһабантуй-2015» үтте. Байрамға Өфөнөң Совет районы балалар баҡсаһынан кесе йәштәге спорт һөйөүселәр йыйылды. Ҡыҙыҡлы уйын-конкурстар менән үрелеп барған һабантуйҙа йөҙҙәрсә кеше ҡатнашты.

Кескәй спортсыларҙы тағы бер бүләк көтә ине: велотриал буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы булған Виталий Плотников оҫталыҡ дәресен күрһәтте. Уның сығышын балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Байрамда ҡатнашыусылар һабантуйҙың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Улар үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа һынап ҡараны, Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр алып ҡыуанды, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика