Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух 22.02.2017

Баймаҡ районы  Таулыҡай ауылында  мәктәп директоры  кубогына спорт ярыштары үтте.  Сыңғыҙ, Буранбай, Таулыҡай  ауылдарынан  йыйылған командалар  милли көрәш, волейбол, оҙонлоҡҡа һикереү, ҡул көрәштереү кеүек спорт төрҙәрендә үҙҙәрен һынап ҡараны. Сара Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан үткәрелеүе менән икеләтә әһәмиәтле булды.

Мәктәп директоры   кубогына   төрлө спорт ярыштарын үткәреү бында  матур йолаға әүерелгән. Уның быйылғыһы бигерәк тә   юғары  кимәлдә үтте.  сара Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдарында йәшәүсе ир‐егеттәрҙе бер урынға йыйҙы.  Сәләмәт тормошто пропагандалау, йәштәрҙе  спортҡа йәлеп итеү   ярыштың төп маҡсаттарының береһе ине.
Таулыҡай мәктәбендә  уҡыусылар элек‐электән спорт яғынан иң яҡшылар рәтендә. Бында бигерәк тә  милли көрәш буйынса  район, төбәк, республика  ярыштарында   ҙур еңеүҙәргә өлгәшкәндәр байтаҡ. Әле лә уларға лайыҡлы   алмаштар үҫеп килә.
Бигерәк тә был көндө   волейбол уйындары  бик сәмле барҙы.   һәр ауыл үҙенең командаһының   намыҫын,  данын яҡлап лайыҡлы сығыш яһарға тырышты. Электән  спорт менән дуҫ булған ир‐егеттәр,  етеҙ  йәш спортсыларҙың булыуы уйынға тағы ла дәрт‐дарман    өҫтәне.
Ошондай ярыштар сәләмәт рух, ихтыяр көсө тәрбиәләү менән бер рәттән  кешеләрҙе үҙ‐ара берләштереүсе сара ла  булып тора. Шуға ла бындай ярыштарҙы  артабан тағы ла йәнләндереп, шулай уҡ  төрлө командаларҙы йәлеп  итергә, тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.
Уйын һуңында еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары, алып ҡыуанды, ә   төп бүләкте    Таулыҡай мәктәбе директоры  кубогына Сыңғыҙ ауылы  командаһы лайыҡ булды. Сәмле ярышта ҡатнашыусылар сәләмәт тәндә-сәләмәт рух икәнлеген тағы бер иҫбатланы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика