Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух 23.12.2015

Әбйәлилдә йәш хоккейсылар һаны артҡан. Был күренеш район үҙәгендә яңы хоккей майҙансығы асылыуға бәйле. Был обьект  «Башнефть» компанияһы  ярҙамында төҙөлгән. Хәҙер Асҡарҙа бәләкәй малайҙарҙан башлап өлкән йәштәге ир-аттарға тиклем сәкән һуға.

Йәш хоккейсылар өсөн  бер туҡтауһыҙ яуған ҡар ҙа, сатлама һалҡындар ҙа, ыжғыр бурандар ҙа ҡурҡыныс түгел.  Малайҙар һауа торошона ҡарап тормай майҙансыҡты шунда уҡ таҙартып хоккей уйнарға тотона. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә был обьектты   ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды, шуға ул беҙгә бик ҡәҙерле, ти  йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыусы Ласын Усманов.
Әбйәлил  балалар хоккейы үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Әле районда ошо спорт төрө буйынса  тиҫтәнән ашыу  команда иҫәпләнә, улар төбәк, республика ярыштарында даими еңеү яулай. Яңы  майҙансыҡ  спортсыларҙың еңеүгә ынтылышын тағы арттырған.
Район үҙәгендәге майҙансыҡ хәҙер көнө буйы   хоккейсыларҙың шат тауыштарынан яңғырап тора.  Бер төркөм уйнап бөтөүгә икенселәре килә. Спортсылар әйтеүенсә, был уйын  һаулыҡты ла нығыта, берҙәм, дуҫ булырға ла өйрәтә.
Әбйәлил уҡыусылары икенсе йыл инде республика спартакиадаһында беренсе урын яулай, ә ауыл спорт мәктәптәре араһында район 12 йыл буйы алдынғылыҡты бирмәй. Заманса  шарттар тыуҙырылыуы еңеүҙәр һанын тағы арттырасағына шик юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика