Сәләмәт быуын - көслө төбәк 23.12.2015

Өфөлә  үҫмер ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында ирекле көрәш буйынса республика турниры үтте. Яңы йыл байрамына арнап ойошторолған ярышта ҡатнашыусылар Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрығы приздары өсөн көрәш алып барҙы.

Был көндө «Динамо» стадионы төрлө төбәктәрҙән йыйылған 200-гә яҡын спортсы менән тулды. Улар араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Октябрьский ҡалалары, шулай уҡ Архангел, Иглин һәм Тәтәшле райондары вәкилдәре бар ине.  Бәйгеселәр 18 ауырлыҡ үлсәмендә көслөләрҙе асыҡланы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Өфө ҡалаһының 14-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҙур уңышҡа өлшәште. Улар туғыҙ тапҡыр пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Шулай уҡ Архангел менән Тәтешле спортсылары ла яҡшы күрһәткестәргә лайыҡ булды. Ә инде йәш көрәшселәрҙең барыһы ла Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан бүләктәр алып ҡыуанды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика