Республиканың төп хоккей командаһы юғалып ҡалмаясаҡ 17.02.2015

Был турала бөгөн беҙҙең каналға «Салауат Юлаев» клубы президенты һәм идараһы рәйесе Юрий Пустовгаров белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Мәскәүҙең Арбитраж суды «Система» корпорацияһының «Урал-инвест» йәмғиәтенән 70 миллиард һумдан ашыу аҡсаны түләттереп алыу тураһындағы дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Шунлыҡтан бөгөн «Урал» хәйриә фонды ғәмәлгә ашырылған проекттарҙы, шул иҫәптән «Салауат Юлаев», «Толпар», «Ағиҙел» һәм «Торос» командаларын финанслауҙы туҡтатыуы тураһында иғлан итте.

Әммә көйәрмәндәргә борсолорға урын юҡ, ти Юрий Пустовгаров.
Юрий Пустовгаров, «Салауат Юлаев» клубы идараһы рәйесе: «Юридик хәл шулайыраҡ,  клубтың фонд менән генераль бағыусылыҡ тураһындағы килешеүе бар. «Салауат Юлаев» клубы әлегә фондтың финаслауҙы рәсми туҡтатыуы һәм килешеүҙе өҙөүе тураһында хат алмаған. Әгәр ҙә был хәл була ҡалһа, идара бағыусыны алыштырыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Республика башлығы билдәләүенсә, клубты финанслауҙы Башҡортостан Хөкүмәте йәки уның ышаныслы кампанияһы үҙ ҡулына ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика