Республиканың следж-хоккей буйынса үҙ командаһы барлыҡҡа килде

Республиканың следж-хоккей буйынса үҙ командаһы барлыҡҡа килде 09.07.2016

Спорттың был төрө менән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр шөғөлләнә.  Әммә әлегә ҡышҡы паралимпия уйындары програмаһына ингән хоккей төрөнә бар яҡлап та  ярҙам кәрәк. Сөнки финанс ҡыйынлыҡтар һөҙөмтәһендә «Башҡортостан пираттары»  ныҡлап аяҡҡа баҫып китә алмай.

Хатта кәрәкле йыһаздарҙы ла улар сит ҡалаларҙан ҡуртымға алырға мәжбүр. Клуб етәкселәре әйтеүенсә, следж-хоккей менән республикала шөғөлләнергә теләүселәр етәрлек. Күнекмәләргә ҡала-райондарҙан килеүселәр ҙә бар.  
Тиҙҙән «Башҡортостан пираттары» командаһына Саҡмағоштан Рөстәм Нәбиев та ҡушылыр тип көтөлә. Был егет былтыр Омскиҙа казарма емерелеүе һөҙөмтәһендә ауыр йәрәхәттәр алды. Әлегә следж-хоккейсыларҙың маҡсаты киләһе миҙгелдә ил кимәлендә үткәрелгән чемпионатта сығыш яһау. Әммә бының өсөн 18 миллион самаһы аҡса талап ителә.  Шулай уҡ яҡташтарыбыҙҙың маҡсаты йыл ярымдан Кореяла үтәсәк ҡышҡы паралимпия уйындарында ҡатнашыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика