Республикала веломиҙгел дауам итә

Республикала веломиҙгел дауам итә 04.07.2014

Ошо көндәрҙә Өфөлә үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенә ярыш уҙҙы. Старт һыҙығына Башҡортостандың иң көслө спортсыһы баҫты. 11 километрлыҡ дистанцияла илдең 25 төбәгенән 80 спортсы уҙышты.

Ошо көндәрҙә Өфөлә үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенә ярыш уҙҙы. Старт һыҙығына Башҡортостандың иң көслө спортсыһы баҫты. 11 километрлыҡ дистанцияла илдең 25 төбәгенән 80 спортсы уҙышты.

Ринат Латипов, «Ағиҙел» республика велоспорт үҙәге етәксеһе: «Уҙыштың үҙенсәлеге шунда - спортсылар һәр береһе айырым старт ала. Һәр береһе үҙенә эшләй. Шуға ла был дистанцияла айырыуса ҙур түҙемлелек талап ителә».
Еңеүгә төп дәғүәсе Дүртөйлөнән Айнур Ғәлиев булды. Бер аҙна элек ул Рәсәй беренселегенең бер нисә көнлөк уҙышында еңгәйне. Был юлы уға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Егор Федоров менән дәғүәләшәсәк, тип фаразланғайны. Һөҙөмтәлә Ғәлиев беренсе, ә Федоров икенсе урын яуланы. Өсөнсө урында Калининград ҡалаһынан Алексей Вавилов.
Айнур Ғәлиев, велоспорт буйынса Рәсәй беренселеге еңеүсеһе: «Айырым старт миңә нығыраҡ оҡшай. Үҙемде ышаныслы тоям. Ә бер нисә көнгә һуҙылған оҙайлы уҙыш минең өсөн түгел».


Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика