Республика төбәктәрендә аҙ сығымдар талап иткән, тиҙ төҙөлә торған спорт объекттары ғына сафҡа индереләсәк

Республика төбәктәрендә аҙ сығымдар талап иткән, тиҙ төҙөлә торған спорт объекттары ғына сафҡа индереләсәк 16.02.2017

Сөнки муниципалитеттарҙың физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын үҙаллы хеҙмәтләндерергә хәленән килмәй. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында белдерҙе. Былтыр йәй Бишбүләк районында файҙаланыуға тапшырылған бассейнлы ФОК-ты хеҙмәтләндереү өсөн йылына 10 миллион һум самаһы талап ителә. Әлбиттә, төбәктең бындай ҙур күләмдәге артыҡ аҡсаһы юҡ. Ошо сәбәп менән Мишкәлә төҙөлгән паралимпия үҙәге лә буш тора.

Быйыл Сочиҙа үтәсәк Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә 239 көн ҡалды. Кире отчетҡа старт бөгөн йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының киңәәтелгән коллегия ултырышында бирелде. Күләмле сарала төрлө илдәрҙән 20 мең кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Донъя йәштәрен берләштергән байрамға республиканан да да ҙур делегация бара. Һуңғы тапҡыр бындай фестивалде беҙҙең ил өс тиҫтәнән ашыу йыл элек  ҡабул иткән.  

Әле республикала 14-тән 30 йәшкә тиклемге 913 мең самаһы кеше  иҫәпләнә. Был күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Дәүләт кимәлендә йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу бөгөн 16 төп йүнәлеш буйынса алып барыла.  Әлеге ваҡытта республикала йөҙҙән ашыу спорт төрө иҫәпләнә. Былтыр Башҡортостан вәкилдәре Бразилияла үткән йәйге олимпия уйындарында уңышлы сығыш яһаны. Айырыуса рапирасыларҙы билдәләп үтергә мөмкин. Шулай уҡ башҡа спорт төрҙәрендә лә яҡташтарыбыҙ һынатманы.

Былтыр республикала12 спорт ҡоролмаһы сафҡа ингән.  Бассейны булған бындай объектарҙы төҙөү өсөн йөҙҙәрсә миллион һум сарыф ителгән. Әммә бынан ары төбәктәрҙә ҙур финанс сығымдары талап ителгән физкультура-һауыҡтарыу комплекстарын төҙөү туҡтатыласаҡ. Сөнки райондар ФОК-тарҙы хеҙмәтләндереүҙә ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә.

Республика етәксеһе шулай уҡ профессиональ спортты финанслау кәметеләсәген белдерҙе. Уның урынына төбәктә массалы спортҡа күберәк иғтибар йүнәлтеләсәк. Сөнки Башҡортостан  әлеге ваҡытта ил буйынса халыҡты массалы спортҡа йәлеп итеүҙә 45-се, спорт резервы әҙерләүҙә 58-се урынды ғына биләй.  

Коллегия ултырышында Стәрлетамаҡта тыуған билдәле спортсы, әлеге ваҡытта Федерация Советында эшләүсе Татьяна Лебедева менән Рәсәйҙең спорт министрлығы департаменты етәксеһе Борис Гришин да ҡатнашты. Борис Владимирович билдәләүенсә, республика спорт объекттарын сафҡа индереү буйынса илдә тәүге ун төбәк исемлегендә. Шулай уҡ Башҡортостан халҡы ил кимәлендә үткән төрлө ярыштарҙа күпләп ҡатнашыуы менән айырылып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика