Республика етәксеһе бөгөн «Өфө» футбол клубы объекттарын ҡараны

Республика етәксеһе бөгөн «Өфө» футбол клубы объекттарын ҡараны 24.05.2017

Баш ҡаланың «Нефтсе» стадионында төп составтан тыш, 12 йәш төркөмөндәге балалар шөғөлләнә. Балалар һәм үҫмерҙәр ҡаланың төрлө мөйөштәренән килә. Бынан тыш, стадион еңел атлеттар өсөн дә ҡулайлаштырылған. Меңдән ашыу клиенты булған шәхси фитнес-клуб эшләй. Әммә физкултура-спорт комплексы төҙөкләндереү талап итә. Спорт ветераны ауыр атлет Петр Прохоров билдәләүенсә, бында тиҫтәләп чемпион тәрбиәләнгән.

Хәҙер «Өфө» футбол клубына ҡараған «Связист» ял базаһында Республика етәксеһе стадион төҙөлөшө менән танышты. Уның ҙурлығы 105-кә 68 метр тәшкил итәсәк. Уҡытыу-күнекмә базаһында сисенеү, ял бүлмәләре һәм ҡунаҡхана эшләйәсәк. Объект быйыл сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Шамил Ғәзизов, «Өфө» футбол клубы генераль директоры: «100 миллиондан ашыу федераль сығымдар бүленде. Төҙөлөш тулы ҡеүәтенә бара, тип әйтә алам. Сентябргә тиклем эштәр теүәлләнер тип көтәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика