Рәсәйҙә паралимпия хәрәкәте йылдам үҫешә

Рәсәйҙә паралимпия хәрәкәте йылдам үҫешә 10.03.2015

Үткән йыл Сочиҙа уҙған уйындар һөҙөмтәләре быға сағыу дәлил. Миҙалдар зачетында Рәсәй йыйылма командаһы беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Беҙҙекеләр бөтәһе 30 алтын алды, ә икенсе урында килгән Германия спортсылары  барыһы 15 кенә миҙал яуланы. Рәсәйлеләрҙең бындай уңышы меңләгән йәштәргә этәргес булды. Һаулыҡтары буйынса ниндәйҙер сикләүҙәре булған балалар өсөн спорт менән шөғөлләнеү ыңғай һөҙөмтә биреүе күптән билдәле. Йәштәрҙе паралимпия хәрәкәтенә йәлеп итеү Республикала ла алып барыла. Мәҫәлән бөгөн Өфөнөң 28-се коррекцион мәктәп-интернаты уҡыусылары билдәле спортсылар менән осрашты.

Еренә еткереп башҡарылған ырғытыу алымы еңеүгә мөмкинлек бирә. Йәш спортсылар быны яҡшы аңлай. Элементты шымартыуға ла күп ваҡыт бүленә. Ә инде эргәңдә донья чемпионаттары призеры кәңәш биреп торһа, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.
Күп тапҡырҙар Европа һәм донъя чемпионаттары призеры, дзюдо буйынса спорт мастеры Светлана Ғәниева ла ошо уҡ мәктәпте тамамлаған. Бында уғыған ваҡытта ул еңел атлетика менән шөғөлләнә. Спорт тормошомды яҡшы яҡҡа үҙгәртте ти ул.
Светлана Ғәниева, дхюда буйынса спорт мастеры: «Беҙ бала саҡтан уҡ спорт менән мауыҡтыҡ-саңғы, коньки, еңел атлетиканы ярата инек. Әүҙем тормош үҙеңә ышанғанлыҡ өҫтәй, дисциплинаға өйрәтә. Был балаларға ла мин ошо фекерҙе еткерергә теләйем. Сөнки күреү һәләте түбән булған кешегә йәмғиәттә үҙ урынын табыу еңелдән түгел».
Үҫмерҙәр ҙә был тиклем абруйлы спортсылар менән танышыу, уларҙан кәңәштәр ишетеү мөмкинлеген тейешенсә баһаланы. Һәр береһе үҙе өсөн киләсәктә кәрәк буласаҡ кәңәш ишетеп ҡалырға тырышты.
Һуҡыр һәм насар күреүсе махсус мәктәп уҡыусылары менән осрашыуға килгән тағы бер дзюдоист Константин Капитонов өҫтәүенә һәүәҫкәр музыкант та. Ул балалар алдында саксофонда уйнап күрһәтте. Тик аҙаҡ барыбер һүҙ дзюдо тураһында дауам итте.  Күп уйлар тормай тамаша залында уҡ алымдар өйрәнә лә башланылар. Ғөмүмән, спортсылар менән осрашыу күңелле үтте, дзюдо йондоҙҙары менән аралашыу балаларға тик файҙаға тиҙәр бында.  
Яҡшы башланғыс артабан да дауам итәсәк тип белдерә мәктәп етәкселеге. Сөнки күреү һәләте сикле балалар тормош юлына баҫыу алдынан ныҡлы әҙерлек үтергә тейеш. Тәүге аҙым яһауҙа уларға уҡытыусылар, тәрбиәселәр ярҙам итһә, артабан уларға тик үҙҙәренә иҫәп тоторға тура киләсәк. Был йәһәттән тәнде лә, рухты ла тәрбиәләүсе спорт үтә лә урынлы.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика