«Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен яулаусы Эльбрус Ниғмәтуллин сираттағы рекордын ҡуйҙы

«Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен яулаусы Эльбрус Ниғмәтуллин сираттағы рекордын ҡуйҙы 03.03.2015

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ул ауырлығы 700 килограмм тартҡан дөйәне күтәрҙе.

Рекорд ҡуйыу урыны итеп Силәбенең йәйәүлеләр урамы һайланды. Тап ошо урында бер нисә йыл элек «Малай менән дөйә» скульптураһы барлыҡҡа килгән. Шуға ла   башҡорт бәһелеүәне үҙенсәлекле рекорд ҡуйыу өсөн тап ошо урында туҡталған. Әйткәндәй, бер үркәсле хайуан  Силәбе өлкәһендә йәшәүселәр   өсөн изге һанала. Дөйә хатта урындағы флагта һәм гербта ла төшөрөлгән. Эльбрус Ниғмәтуллин Вася ҡушаматлы хайуанды 44 секунд дауамында күтәреп торҙо.   Шулай итеп милләттәшебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ауырлығы  700 килограмм тартҡан дөйәне күтәреп сираттағы донъя рекорды ҡуйҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика