Премьер-лига командалары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионатының 12-се туры тамамланды

Премьер-лига командалары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионатының 12-се туры тамамланды 04.11.2014

Был юлы «Өфө» клубы Грозныйҙа урындағы «Терек»  менән осрашты.

Чечен Республикаһы командаһы быйылғы миҙгелдә үҙ майҙанында айырыуса көслө уйнай. Шуға ла  букмекерҙар өҫтөнлөк дәғүәселәр яғында буласаҡ тип фаразлағайны. Ысынлап та, уларҙың әйткәндәре дөрөҫлөккә тап килде. Берҙән-бер тупты хужалар тәнәфес алдынан индерҙе. Был уңыштан һуң «Терек»  клубы турнир таблицаһының дүртенсе урынына күтәрелде. Яҡташтарыбыҙ иһә 11-се баҫҡыста. Киләһе турҙа улар «Ростов» футболсыларын ҡабул итергә тейеш. Әммә Өфөләге «Динамо» стадионы ҡышҡы миҙгелгә әҙер булмау сәбәпле осрашыу Пермь ҡалаһында  уҙасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку