Пекинда "Ебәк юлы-2016" автораллиһы тамамланды 26.07.2016

Мәскәүҙән Пекинғаса -16 көндә.Өс ил аша  11 мең саҡрымды артылыу өсөн тап ошо тиклем ваҡыт талап ителә. Күпселек осраҡта уҙышыусыларға үҙҙәренә лә Рәсәй юлдарынан, Ҡаҙағстан далаларынан, Ҡытай сүллектәренән дә ҙур тиҙлек менән юл ярырға тура килә. Юлдың шаҡтай өлөшө Башҡортостан аша үтте.

Авторалли финалы өсөн Пекиндың Олимпия паркы һайланыуы осраҡлы түгел. "Ебәк юлын" хәҙерҙән үк  эре халыҡ-ара ярыштар менән сағыштыралар. Ҡытай һәм Рәсәй башҡалалары араһындағы рейд донъяның популяр уҙыштарынан һис ҡалышмай. Үткән йылғы "Дакар" еңеүсеһе Айрат Мәрҙиев быға инанған."КАМАЗ -мастер" пилоты командиры үҙенең экипажы иң көслөһө икәнен раҫланы. Беренсе урын өсөн көрәш һуңғы саҡрымдарҙы артылғансы дауам итте. Ярыш башында Голландиянан Ван Ден Бринктың "Рено"һы алға сыға. Юғары тиҙлекле юлдарҙа ул алдынғы. Ә Рәсәй вәкилдәренең төп өҫтөнлөгө - юлһыҙлыҡ һәм сүллек. Тәхник етешһеҙлектәргә ҡарамай, Ван ден Бриктың йөк машинаһын Мәрҙиев Ҡытайҙа ҡыуып етә. Финиш һыҙығына уларҙың йөк машинаһы ҙур тиҙлектә, хаталарһыҙ килеп етә. Ҡытайҙың иң эҫе урындарындағы  сүлле юлдары машиналар ныҡлығын ғына һанамай.

"Авто" категорияһында төп көрәш француз внедорожниктары араһында барҙы. Уларға Рәсәйҙән Владимир Васильев ҡына ҡаршы торорға ынтылды. Һөҙөмтәлә дөйөм иҫәп буйынса - Сириль Депре еңеүсе. "Ебәк юлы"авторалли алтынсы тапҡыр үткәрелә. Әммә ул тәүгә Рәсәй һәм Ҡытай башҡалаларын тоташтырҙы. Һоҡландырғыс күренештәр йыш ҡына машиналарға ауырлыҡтар тыуҙырҙы, уларҙың күптәре  финиш һыҙығына етмәҫ борон дистанциянан сыҡты. Ҡатмарлы уҙышта иң мөһиме еңеү түгел, ә ҡатнашыу ине. Авторалли күрше илдәргә яңы күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирҙе. Маршруттың яртыһы- бынан йөҙәр йыл элек карауандар туҡтап, Көнсығыш һәм Көнбайышты тоташтырған урындарҙан үтте.

Эҫелә һәм ҙур тиҙлек шарттарында авторалли уҙышында  ҡатнашыусылар Ҡытайҙың, Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың иң матур урындарын тамаша ҡылды. Юлдың шаҡтай өлөшө Башҡортостан аша үтте. Республикаба ярышта уҙышыусыларға башҡалабыҙҙан йыраҡ түгел Өфө аэропорты янында лагерь ойошторҙо. Бында пилоттарға ял итеү, техника ремонтлау өсөн шарттар булдырылды. Уҙышсыларға яңы маршрут оҡшаны. Улар "Ебәк юлы" буйлап яңынан үтергә теләй.11 мең саҡрым, 3 ил,15 ҡала. Унда ҡатнашыусылар ебәк юлының ҡатмарлы икәнлеген үҙ иңендә тойҙо. Уҙышты ойоштороусылар Мәскәү менән Пекинды тоташтырыусы сараны даими ойошторорға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика