Парижда тәүге тапҡыр халҡыбыҙҙың күркәм байрамдарының береһе- һабантуй үтте

Парижда тәүге тапҡыр халҡыбыҙҙың күркәм байрамдарының береһе- һабантуй үтте 31.05.2017

Эйфель башняһы эргәһендәге Марс яланында ойошторолған сараға кеше күп йыйылды. Урындағы халыҡ һәм туристар үҙҙәрен милли уйындарҙа һынап ҡараны. Ошонда уҡ милли көрәш буйынса халыҡ-ара турнир үтте. Ярышта Рәсәйҙән, Болгария, Әзербайжан һәм донъяның тағы ла тиҫтәләгән иленән бил бирмәҫ батырҙар ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Артур Зөлҡәрнәев сығыш яһаны. Ул 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә чемпион исеменә лайыҡ булды.

Парижда еңеү яулаған яҡташыбыҙ Өфөгә ҡайтыу менән  тағы ла мәртәберәк ярыштарға әҙерләнә башланы. 8-11 июндә Ҡарасай-Черкес республикаһында билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпианты үтә. Турнирҙа еңеүсе  көрәшселәр ил данын донъя беренселегендә яҡлау хоҡуғын ала. Әйткәндәй, «Батыр» спорт мәктәбенең тағы ла бер тәрбиәләнеүсеһе  Инсаф Ғөзәйеров күптән түгел Ырымбурҙа үткән донъя кубогында бронза миҙалға лайыҡ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика