Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары серияла алға сыҡты 18.03.2015

Кисә яҡташтарыбыҙ үҙ боҙонда «Молот-Прикамье» клубын ҡабул итте.  

Уйын  Башҡортостан командаһы өсөн уңышлы башланды. Сөнки улар беренсе осорҙа ике шайба индереүгә өлгәште. Әммә тәнәфестән һуң Константин Полозов дружинаһы күберәк үҙ ҡапҡаһын ҡайғыртты. Отолоп барған дәғүәселәр бындай мөмкинлекте оҫта файҙаланды. Сираттағы һөжүмдәрҙең береһендә тәүге яуап шайбаһы, ә уйын аҙағында иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы. Был ваҡытта көйәрмәндәр овертаймға әҙерләнә башлағайны инде. Әммә ҡунаҡтарҙың ҡапҡа һаҡсыһының тупаҫ яңылышыуы  «Торос» клубына 3-2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп серияла яҡташтарыбыҙ 2-1 иҫәбе менән алға сыҡты. Бөгөн яҡтар Нефтекамала сираттағы уйынын үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика