Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары «Рязань» клубының ҡапҡаһына асҡыс таба алды

Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары «Рязань» клубының ҡапҡаһына асҡыс таба алды 20.01.2016

Илдең юғары хоккей лигаһы лидерҙарының береһенә ҡаршы уйында яҡташтарыбыҙ өс тапҡыр уңышҡа өлгәште. Ә үҙ ҡапҡаларына ике шайба ғына үткәртте.

Шуныһын билдәләргә кәрәк, дәғәүселәр быйылғы миҙгелдә айырыуса уңышлы сығыш яһай. Ул үҙ боҙонда бер кемгә лә отолмай тиерлек. Әммә был юлы хужалар ғәмәлдәге Рәсәй чемпиондарына ҡаршы тора алманы. Был еңеүҙән һуң Башҡортостан командаһы 77 мәрәй туплап турнир таблицаһының өсөнсө урынына күтәрелде. Иртәгә Нефтекама коллективы Воронежда урындағы "Буран" менән көс һынаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика