Нефтекамала унынсы тапҡыр «Асыҡ һауа» бәләкәй авиация слеты үтте

Нефтекамала унынсы тапҡыр «Асыҡ һауа» бәләкәй авиация слеты үтте 20.07.2015

Ҡалала йәшәүселәр һәм уның ҡунаҡтары өсөн бай программа әҙерләнгән. Һауаға төрлө моделле суднолар күтәрелде. Парашютсылар үҙенең оҫталыҡтарын күрһәтте. Осоусылар самолет менән төрлө фигуралар яһаны.

Ҡунаҡтар алдында Рәмил Баҙамшин, Александр Лынник, Николай Анисимов кеүек билдәле артистар сығыш яһаны. Сараға килеүселәр уның юғары кимәлдә үтеүен билдәдәләне. Шулай уҡ Нефтекама аэропорты эшен яңыртыу тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды.
Рәмил Сабитов, Бәләкәй авиация уҡытыу-методика үҙәгенең нефтекама филиалы етәксеһе: «Өфө уҡытыу-методика үҙәгенең филиалын Нефтекамала асыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уҡытыу, турист осоуҙары ойошторасаҡбыҙ. Парашют үҙәгенең филиалы эшләйәсәк. Теләгән кеше үҙе генә лә, инструктор менән дә һикерә аласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика