Мәргәнлек дәрестәре 23.04.2016

Быйыл йәй Ғафури районы Имәндәш ауылы эргәһендә үтәсәк милли уҡтан атыу фестиваленә әҙерлек сиктәрендә бөгөн Өфөлә икенсе семинар уҙҙы.

Унда Башҡортостан район ҡалалары һәм Силәбе ҡалаһынан килгән йәштәр ҡатнашты. ,,Любизар" хәрби-тарихи клубы ағзалары милли уҡ үҙенсәлектәре менән таныштырып, конкурс шарттары, ярыш ҡағиҙәләре тураһында  һөйләне. Ойоштороусылар билдәләүенсә, милли уҡтан атыу менән ҡыҙыҡһыныусылар артыуы күҙәтелә.
Белгестәр фекеренсә, бөгөн боронғо шөғөлдәр менән ҡыҙыҡһыныу осраҡлы түгел. Кешелек тамырҙарына ынтыла. Тәбиғи аҙыҡ-түлек менән туҡланырға теләй, кейемдең дә тәбиғи туҡыманан тегелгәнен һайлай. Белгестәр был күренеште урбанизация йоғонтоһо тип баһалай. Шул уҡ ваҡытта ата-бабалар рухына тоғролоҡ, уларҙың онотола барған шөғөлдәрен тергеҙеү һис шиҡһеҙ маҡтауға лайыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика