Мәргән уҡсы ғәскәргә тиң 06.01.2017

Башҡорт уҡсылары бөгөн үҙ-ара көслөләрҙе асыҡланы. Йәйәнән уҡ атыу бәйгеһендә ҡатнашыусылар артҡандан арта бара. Тәүҙә унда ир-егеттәр генә көс һынашһа, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һынатмай.

Йәйәнән уҡ атыу күңел торошо, рух нығытыу, сәм тәрбиәләү сараһы ла. Бер тапҡыр булһа ла һауаға уҡ сойорғотҡан кеше был шөғөл менән ғүмерлеккә ауырыу ҡала, ти уҡсылар. Бәлки, шуғалыр ҙа тамашасы булараҡ килгәндәрҙең байтағы киләһе бәйгелә ҡатнашыусы булып китә. Боронғо шөғөлдәр менән ҡыҙыҡһыныу осраҡлы түгел. Кешелек тамырҙарына ынтыла, ти уҡсылар.
Йәйәнән уҡ атыу бәйгеһе Башҡортостан Республикаһы һәм уның төп баҫмаларының береһе – «Башҡортостан» гәзите ойошторолоуға йөҙ тулыу уңайынан уҙғарыла. Баш мөхәррир булараҡ Азамат Юлдашбаев был сараға етди әҙерләнә башлаған. Боронғо башҡорттоң өҫ кейемдәрен, уҡ-һаҙағын, күн итеген дә үҙ ҡулдары менән тегеп кейгән. Йәйәнән уҡ атыусылар хәрәкәте әле саҡ ойошторола башлағанда бар кәрәк-яраҡ  башҡа төбәктәрҙән, хатта, сит илдәрҙән  ҡайтарылһа, хәҙер үҙебеҙҙә лә оҫталар барлыҡҡа килә башлауы, ҡыуаныслы, ти ул.
Уҡсылар төрлө тәртиптә  мәргәндәрҙе асыҡланы. Баҫып, тубыҡланып тороп, артҡа әйләнеп  атыу. Сәпкә, йәнлектәргә, ат дағаһына тейҙереү  кеүек һынауҙар булды. Был талаптар  ҡатын-ҡыҙҙарға ла берҙәй тиң. Шулай ҙа ҡағиҙәләр спорт ярыштарыныҡына ҡарағанда айырыла, ти уҡсылар. Мәргәнлек кереш тартыусының күңел торошонан алып һауа шарттарына тиклем бәйле.
Бәйге булыуға ҡарамаҫтан, еңеүсене асыҡлау мөһим түгел, ти башҡорт уҡсылары. Төп маҡсат тарихты тергеҙеү, милли үҙаңды үҫтереү һәм мәргәнлекте камиллаштырыу. Быйыл Башҡортостандың йыйылма командаһы Ҡырғыҙстанда үткән күсмә халыҡтар фестивалендә һәр яҡлап та ярайһы уҡ яҡшы сығыш яһаны. Бындай конкурстар киләһе фестивалгә яҡшы әҙерлек бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика