Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй чемпионы Башҡортостанда 18.08.2016

Күмертау ҡалаһынан Ильвина Насирова насар күреүселәр араһында уҙғарылған чемпионат еңеүсеһе. Өс көн дауам иткән турнирҙа ул бер тапҡыр ҙа еңелмәй алтын миҙал яулаған. Әле Ильвина тағы ла юғарыраҡ еңеүҙәргә әҙерләнә.

Үткер ҡолаҡ һәм яҡшы реакция. Насар күреүселәргә  өҫтәл теннисында уйнай өсөн талап ителгән  төп сифаттар. Әммә чемпион булыу өсөн былар  ғына етмәй, ти Ильвина. Чемпион уйын серҙәрен асырға тырышмай. Биш йыл буйына өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеп  үҙ техникамды булдырҙым , ти ул.
Ильвина Насирова, насар күреүселәр өсөн өҫтәл теннисы буйынса рәсәй чемпионы: «Был уйында иң ауыры дәғүәсеңде белеү. Уның нисек уйнағанын, ниндәй тактикаһы барлығын белмәгәс ҡыйынға тура килә. Икенсенән яҡшы реакция һәм ишетеү һәләте кәрәк».
Күреү һәләте насар булыусылар өсөн өҫтәл теннисы ғәҙәти уйындан ҡырҡа айырыла. Ул күберәк  аэрохоккей, хатта бильярдҡа ла оҡшап тора. Өҫтәлдең борттары бар, ә тупты һикертмәйенсә генә уйнарға кәрәк. Шарҙың ҡайҙа тәгәрәгәнен яҡшыраҡ билдәләү өсөн уның эсенә борсаҡтар тултырылған.
Өҫтәл теннисы насар күреүселәр шөғөлләнә алырлыҡ иң асыҡ спорт төрө. Шуға ҡарамаҫтан, ул Рәсәйҙә лә, беҙҙең республикала ла киң таралмаған. Тәүге секциялар  Күмертау ҡалаһында барлыҡҡа килгән һәм  әлегәсә берҙән-бер клуб һанала.
Павел Сафонов, тренер: «Был уйынды ойошторор өсөн урын һәм өҫтәл генә кәрәк. Беҙ уны  Мәскәүҙән ҡайтарҙыҡ. Улар ҙа Германиянан алып ҡайтҡан өҫтәлдең күсермәһен эшләйҙәр ине. Беҙгә ҡала хакимиәте һәм хөкүмәт гранты ярҙам итте. Әгәр урындағы етәкселектең теләге булһа, насар күреүселәр өсөн өҫтәл теннисы секцияһы асыу бер ни ҙә тормай. Был бит насар күреүселәрҙең барыһы ла шөғөлләнә алырлыҡ спорт төрө».
Махсус өҫтәлде хәҙер Күмертауҙар үҙҙәре лә етештерә. Улар тотош Рәсәйгә таратыла. Тимәк насар күреүселәр спортын үҫтереү мөмкинлеге тағы ла артты. Ильвина Насирова иһә әле Рәсәй данын яҡларға әҙерләнә. Тиҙҙән ул Италияла үтәсәк Европа чемпионатына юлланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика