Мөмкинлеге сикләнгән  балалар тау саңғыһы  үҙәгендә  реабилитация үтә ала 14.03.2015

Өфөлә  даун, фалиж, аутизм сирҙәре менән яфаланған  кескәйҙәр өсөн  тау саңғыһы клубы СССР-ҙың спорт мастеры Кристина Коваленконың тәҡдиме менән асылған. Ҡатын үҙе лә ауырыу бала тәрбиәләй,  әммә  Кристина  улын аяҡҡа баҫттырға һүҙ бирә. Бер юлы  ошондай хәлгә тарыған башҡа әсәләргә лә ярҙам ҡулы һуҙырға уйлай.  Әле «Аҡ йорт» комплексындағы үҙәктә  20-гә яҡын бала шөғөлләнә, сабыйҙарҙың хәле күҙгә күренеп яҡшыра.  Кристина Коваленко йыл башында республика етәкселегенә үҙҙәренең күнекмәләренә саҡырып мөрәжәғәт итә. Бөгөн Рөстәм Хәмитов үҙәктә булып унда шөғөлләнеүселәр менән аралашты.  

Кескәй Ләйләгә табиптар аутизм диагнозы ҡуйған. Ҡыҙ  ауырлыҡ менән хәрәкәт итә, кәйефе йыш үҙгәрә, насар йоҡлай.  Әммә тау саңғыһы  клубына йөрөй башлағандан һуң  Ләйләнең  организмында ҡырҡа үҙгәреш күҙәтелә,  ул  аяғында ышаныслы баҫып тора башлаған. Күнекмәләрҙән һуң   ҡыҙымдың йөҙөнән  йылмайыу китмәй, ти Ләйсән ханым.
Ләйсән Батырова әйтеүенсә, кескәй Ләйлә  хуш еҫ борҡоп торған әйберҙәрҙе ярата.  Һәр ваҡыт ҡулына емеш-еләк еҫе аңҡып торған шәм  йәки һабын тотоп йөрөй һәм  уларҙы ҡулынан бер ваҡытта ла ысҡындырмай, хатта тау саңғыһы буйынса күнекмәләргә алырға ла онотмай. Әммә   бөгөн  көтмәгәндә ул ҡәҙерле әйберен  Рөстәм Хәмитов менән бүлешергә   булды.
Ауыр сирҙәргә дусар булған кескәйҙәр өсөн тау саңғыһы үҙәген  ике йыл элек  спорт мастеры Кристина Коваленко ойошторған.  Ул үҙе лә ауырыу бала тәрбиәләй. Әммә   спортта сыныҡҡан  ханым яҙмыш һынауы алдында баш эйергә уйламай, улын аяҡҡа баҫтырыу өсөн  көрәшергә ҡарар итә.  Малайҙың  сәләмәтлеге күҙгә күренеп яҡшырыуын күреп  Кристина   башҡа әсәләрҙе лә йәлеп итә. Улар физик мөмкинлектәре сикләнгән  кескәйҙәр өсөн саф һауа һәм  күнекмәләрҙең ҡиммәтле дарыуҙарҙан  шифалыраҡ булыуын  үҙ миҫалында аңлай.
Рөстәм Хәмитов  үҙәктә шөғөлләнеүселәр менән бергә саңғыла йөрөнө, тренерҙар, ата-әсәләр менән аралашты. Тренерҙар әйтеүенсә, балалар бында бушлай шөғөлләнә. Был бик  мәрхәмәтле эш,  спорт кәрәк-яраҡтары менән ярҙам итәсәкмен, тине Республика Башлығы.
Кристина Коваленко спорт кәрәк-яраҡтарын һаҡлау өсөн  бина менән ярҙам итеүҙе һораны. Рөстәм Хәмитов  проблеманың хәл ителәсәген белдерҙе. Йәй  кескәйҙәр  спорттың уйын  төрҙәрен үҙләштерергә уйлай. Кристина Коваленко  киләсәктә был эшкә Параолимпия уйындары тренерҙарын йәлеп итергә лә иҫәп тота
Тау саңғыһы үҙәгендә әле 20-гә яҡны бала шөғөлләнә. Ойоштороусылар киләсәктә уларҙың һанын тағы арттырға ниәтләй. Сөнки республикала  ошондай ярҙамға мохтаж кескәйҙәр күп.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика