Мөхәммәт Алиҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Мөхәммәт Алиҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны 04.06.2016

Легендар боксер Кассиус Марцеллиус Клей, йәғни Мөхәммәт Али исеме алған  билдәле спортсы 75-се йәшендә Финикс дауаханаһында вафат булды, тип хәбәр итә Эн-Би-Си Ньюс агентлығы.

Был мәғлүмәтте спортсының ғаиләһе лә раҫлаған. Һуңғы ваҡытта Али тын юлдары ауырыуы менән яфаланған. 30 йыл дауамында уның Паркинсон сире менән көрәшеүе лә билдәле. 1964 йылда Кассиус Клей ислам динен ҡабул итә һәм исемен Мөхәммәт Алиға үҙгәртә. 1967 йылда Вьетнам менән һуғыш ваҡытында ул Ҡушма Штаттар армияһына саҡырыла. Әммә боксер хәрби бәрелештә ҡатнашыуҙан баш тарта һәм 5 йылға хөкөм ителә. 1970 йылда Американың Юғары суды хөкөм ҡарарын ғәмәлдән ала һәм Али рингҡа әйләнеп ҡайта. Мөхәммәт Али 1960 йылғы Олимпия уйындары чемпионы, ауыр үлсәмдә доньяның абсолют чемпионы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика