Әлеге минуттарҙа Рәсәй йыйылма командаһы Каръяла кубогы өсөн көрәштә майҙан хужалары финдар менән тәүге уйынын уҙғара

Әлеге минуттарҙа Рәсәй йыйылма командаһы Каръяла кубогы өсөн көрәштә майҙан хужалары финдар менән тәүге уйынын уҙғара 05.11.2015

Милли команда составында быйыл Салауат Юлаев клубының ике уйынсыһы Игорь Григоренко менән Николай Прохоркин уйнай. Финдар өсөн Хартикайнен менән Леписто сығыш яһай. Бер аҙҙан шулай уҡ Чехия менән Швеция командалары ла осраша. Шведтар өсөн Өфө командаһында сығыш яһаусы Умарк менән Энгквист уйнай.

Шул уҡ ваҡытта Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионатындағы матчтарға әҙерлек тынмай. Киләһе уйынын Юлаевсылар Ҡазанда, урындағы «Аҡ барс»ҡа ҡаршы уҙғара. Еврохоккей турына йәлеп ителмәгән  клуб уйынсыларын көсөргәнешле күнекмәләр көтә. Төп бурыс функциональ һәм тактик әҙерлекте шымартыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика