Әлегә миҙалһыҙ, шулай ҙа ҙур ғына ҡаҙаныштар менән 30.03.2016

«Уфимец» баскетбол клубы миҙгел уйындарын еңелеүһеҙ тамамланы. Команда иҫәбендә 20 еңеү. Бөгөн Руслан Боков тәрбиәләнеүселәре Пермь ҡалаһының «Парма М» клубын 95-кә 78 иҫәбе менән ҡыйратты.

Быға тиклемге осрашыу ҙа яҡташтарыбыҙ файҙаһына тамамланды. Тәү ҡарашҡа дәғүәсе тиҙ бирешер кеүек күренһә лә уйын көсөргәнешле барҙы. Яҡташтарыбыҙ өсөн плей оффҡа сығыу мәсьәләһе күптән хәл ителһә лә Пермь спортсылары  Өфөнән мәрәй алып ҡайтыуҙы майсат итеп ҡуйҙы. Хәл иткес уйында  ҡунаҡтар көстәрен йәлләмәне. Башҡортостан вәкилдәре өсөн дә еңеү мөһим булды. Уйын барышында тренерҙар штабы йәштәрҙе һынап ҡараны. Уларҙың көсө менән матч «Уфимец» командаһы файҙаһына  95-кә 78 иҫәбе менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика