Латвиялағы милләттәштәребеҙ Һабантуй байрамын ойошторҙо 10.05.2017

Күләмле сара Риганың үҙәгендә - Верман паркында уҙғарылды. 2014 йылда тап ошо урында Тәүге Европа һабантуйы үткәйне. Яҙғы күңел асыу тантанаһынан быйыл Литва, Эстония һәм Швецияла йәшәүсе башҡорттар ҙа ситтә ҡалмай. Ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән ҡаршы алалар, һатыуға сувенирҙар ҙа тәҡдим ителә. Милли көрәш, тоҡтар менән һуғышыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү һәм башҡа ярыш, уйындар ҙа байрамдың асылын күрһәтте. Латвиялағы Һабантуй сит илдәрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙан Башҡортостанға ялҡынлы сәләмдәр булып ҡайтты.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика