Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгеле ҡыҙа бара

Континенталь хоккей лигаһының яңы миҙгеле ҡыҙа бара 08.09.2014

Бөгөн Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы үҙ боҙонда Хабаровскиҙың «Амуры» менән осраша.

Миҙгелдең тәүге ике матчында ике команда ла еңеү шатлығы  һәм уңышһыҙ уйындан көйәләнеү тойғоларын кисереп өлгөрҙә лә инде. «Амур» командаһы үҙ майҙанында Владивостоктың «Адмиралын» 5:4 иҫәбе менән ҡыйратһа, юлаевсылар Өфөләге уйында Чехияның «Витязь» командаһын 6:1 иҫәбе менән еңде. Астанала «Барыс» клубы менән көрәштә «Амур» уйынсылары - 2:3,  яҡташтарыбыҙ - 4:5 иҫәбе менән еңелде.  Белгестәр фекеренсә, бөгөнгө уйын  көсөргәнешле булмаҡсы. Һәр командаға еңеү яулау өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға тура киләсәк. Хоккей матчы киске сәғәт етелә башлана. Ғәҙәттәгесә, беҙҙең телеканал уйынды тура эфирҙа күрһәтә.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика