Континенталь хоккей лигаһының етенсе миҙгеле старт алды

Континенталь хоккей лигаһының етенсе миҙгеле старт алды 05.09.2014

Беренсе уйынды «Салауат Юлаев» клубы Ҡаҙағстанда урындағы «Барыҫ» клубы менән үткәрҙе.

Тәүге минуттар юлаевсылар өсөн күңелһеҙ башланды. Сөнки майҙан хужалары бер-бер артлы өс шайба индерә алды. Ә бына тәнәфестән һуң өҫтөнлөк тулыһынса яҡташтарыбыҙ яғына күсте. Һөҙөмтәлә улар дүрт тапҡыр уңышҡа өлгәште. Айырыуса  Антти Пильстремды билдәләп үтергә мөмкин. Тап уның тырышлығы менән дәғүәселәр ҡапҡаһы артында өс тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡанды. Тағы ла бер гол Егор Дубровский иҫәбендә. Әммә өсөнсө осор башында Астана хоккейсылары иҫәпте тигеҙләй алды. Ә инде осрашыу аҙағында Найджел Доус «Барыҫ» клубына 5:4 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Киләһе уйынды  Владимир Юрзинов тәрбиәләнеүселәре 6 сентябрҙә Чеховтың «Витязь» хоккейсылары менән уҙғара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку