Континенталь хоккей лигаһының етенсе миҙгеле башланыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып килә 21.08.2014

Чемпионат алдынан «Салауат Юлаев» клубы ағзалары үҙенең тоғро көйәрмәндәре менән осрашты. Ошонда уҡ юлаевсыларға көмөш миҙалдар тапшырылды.

Уҙған миҙгелдә Владимир Юрзинов тәрбиәләнеүселәре Рәсәй чемпионатында икенсе урынды яуланы. Бүләкләү тантанаһында Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк, урындағы мәктәптә тәрбиәләнгән ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Василевский менән ғорурланыуын билдәләне. Ул шулай уҡ Өфөлә артабан да Рәсәй данын яҡларлыҡ хокейсыларҙың күберәк булыуын теләне. Уҙған миҙгел һөҙөмтәләре буйынса айырым номинацияларҙа ла еңеүселәр  иғлан ителде. Әйтәйек, иң файҙалы уйынсы тип Алексей Кайгородов танылһа, Кирилл Кольцов иң яҡшы һаҡсы исеменә лайыҡ булды. Осрашыу барышында көйәрмәндәр  командаға быйыл йәй килгән уйынсылар менән танышты. Ошонда уҡ улар яратҡан хоккейсыларынан автографтар алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика