Континенталь хоккей лигаһы ун көнлөк тәнәфескә туҡтаны 12.12.2015

Был осорҙа еврохоккейтурҙың Рәсәй этабы – «Беренсе канал» кубогы үтә.

Турнирҙа ватандаштарыбыҙҙан тыш, Чехия, Швеция һәм Финлядия йыйылма командалары сығыш яһай. «Салауат Юлаев» клубынан унда ҡатнашыу өсөн дүрт хоккейсы саҡырыу алды. Улар Игорь Григоренко, Николай Прохоркин, шулай уҡ швед легионерҙары Линус Умарк менән Андреас Энквист. Рәсәй вәкилдәре үҙенең тәүге уйынын 17 декабрҙә  Швеция командаһына ҡаршы үткәрә.
Тәнәфескә туҡтар алдынан юлаевсылар Мәскәүҙә урындағы «Спартак» менән осрашты. Иҫәпте икенсе осорҙа Максим Гончаров асһа ла, уйындың һуң өлөшө тулыһынса дәғүәселәр өҫтөнлөгө менән үтте. Һөҙөмтәлә улар бер-бер артлы шайба индереп, 3-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Шулай итеп Башҡортостан командаһы ситтәге уйындар серияһынан 12 мөмкинлектән өс мәрәй генә яулай алды. Киләһе осрашыуын яҡташтарыбыҙ 22 декабрҙә Мәскәүҙең «Динамо» клубына ҡаршы уҙғара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика