Хоккей уйыны элек-электән ир-егеттәрҙең яраткан спорт төрө 25.12.2015

Уны телевизор экрандарынан да, хоккей клубтарына барып та ҡарарга яраталар. Ә бына район, ауыл  ерҙәрендә  уйынды ситтән күҙәтеүселәр генә түгел, ә балаларҙы хоккейға йәлеп итеү өсөн үҙ тәҡдиме менән уйын майҙансыҡтары  төҙөйҙәр.  Яңы йыл алдынан  шундай   спорт  обьекттары Баймаҡ районының өс ауылында  эшләй башланы.

Ауылдарҙа хоккей ысынлап та  абруйлы спорт төрөнә әйләнеп бара. Уны конькиға яңы торған малайҙарҙан алып,  район, республика ярыштарында ҡатнашырға өлгөргән тәжрибәле егеттәргә һәм ололарға  тиклем уйнай.  Ошоға тиклем райондың Ҡуянтау, Урғаҙа ауылы әүҙем хоккейсылары менән дан тотһа, хәҙер был ауылдарға Түбә, Татлыбай  ҡушылды. Түбәләр мәҫәлән, бөтә көстәрҙе бергә туплап, үҙ иҫәптәренә ауылда яңы хоккей майҙансығы  төҙөп ултыртты.  Төҙөлөш эшендә ауыл халҡы ғына түгел, хатта Магнитогорск, Сибай ҡалаларында йәшәүсе яҡташтары һәм студенттар ҙа ҡайтып ярҙамлашҡан.  Бөгөн майҙансыҡта йәш  спортсылар тәүге уйынға сыкты.
Йәш хоккей командаһында 20‐н ашыу  бала шөғөлләнә. Улар  район кимәлендәге ярыштарҙа үҙҙәрен һынаған спортсылар, иң яҡшы команда тигән исемдәре лә бар.
Былтыр Баймаҡ ҡалаһының үҙәк паркында ла яңы хоккей майҙансығы барлыҡҡа килде.  Уйнарға теләге булған уйынсыларҙы спорт кейемдәре менән тәьмин итеүҙе лә район хакимиәте үҙ өҫтөнә алды. Майҙансыҡта  бер йыл эсендә  300 бала ҡатнашлығында 5 турнир үткәрелгән. Бөгөн дә  майҙансыҡ  һәм ун янындағы күнекмә майҙандары  буш тормай. Әҙерлек  тәүге ҡар  менән башланған.
Хоккей уйынына иғтибар артҡан һайын, яны майҙансыҡтарҡа ла  әле үк мохтажлыҡ бар.  Әлбиттә  8 мең бала йәшәгән  ҡала өсөн был ғына  етмәй.  Республика, район ара ярыштар үткәреүҙе күҙ уңыда тотһаҡ та Баймаҡ ҡалаһы  тағы бер лайыҡлы спорт обьектына дәғүә итә.  Шуны иҫәпкә алып быйыл ҡаланын  өсөнсө мәктәбендә яңы хоккей коробкаһын ултыртыу күҙ унында тотола.
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн районда бөтә шарттар ҙа булып килә. Бөгөн бассейнлы  2 физкультура һауыктырыу комплексы, унын берәүһе ауыл ерендә урынлашҡан, 100-ләгән спорт залы һәм яныса  төҙөкләндерелә башлаган «Труд» стадионы ошоға ишара. Шул уҡ ваҡытта хоккей  йәштәр яраткан спорт төрҙәренән   иң абруйлыһы булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика