Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер бул 23.02.2016

Байрам көндәрендә Өфө  мәктәптәре уҡыусылары һәм студенттар ГТО нормативтарын   тапшырҙы. Улар физик әҙерлектәрен саңғы, гер күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү кеүек бик күп спорт төрҙәрендә һынап ҡараны.

«Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы ике көнгә  ГТО нормативтарын ҡабул итеү үҙәгенә әйләнде. Беренсе көндө уҡыусылар һәм студенттар турникта күтәрелеү, гер, оҙонлоҡҡа һикереү, эйелеү кеүек һынауҙарҙы тапшырһа, бөгөн улар саңғыла йүгерҙе. Нормативтарҙы уңышлы тапшырыу әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Иң мөһиме физик яҡтан камил булыуың шарт, ти ҡатнашыусылар.
Һынау алдынан һәр кем медицина тикшереүе үткән. Был кешенең һау-сәләмәт, үҙаллы йәки рәсми рәүештә спорт менән шөғөлләнгән булыуын асыҡлау өсөн кәрәк. ГТО һынауҙарын тапшырған уҡыусыларға юғары уҡыу йорттарына ингәндә ниндәйҙер өҫтөнлөк биреләсәк. Алтын билдәгә лайыҡ булғандар юғары стипендия алыуы ла  ихтимал.
Әйткәндәй, ГТО программаһы 1931 йылда ҡабул ителә һәм 1991 йылға тиклем уңышлы эшләй. Ошо ваҡытта норманы яҡшы үтәүселәргә махсус танытмалар һәм значоктар тапшырыла. Белгестәр иҫәпләүенсә, яҡын киләсәктә ГТО нормаларын тапшырыу кешеләрҙең көнкүрешендә ғәҙәти хәлгә әүереләсәк.  
Ике көн эсендә Өфөлә 500-гә яҡын уҡыусы һәм студент ГТО нормативтарын тапшырҙы. Дөйөм алғанда, күрһәткестәр әллә ни насар түгел, ти ойоштороусылар. Тимәк, был һәр кемдең  хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер булыуын күрһәтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика