Хәйбулла районында билдәле уҡытыусы, спортсы Әхмәтйән Мәмбәтов иҫтәлегенә волейбол уйындары үтте 29.10.2016

Турнир Әхмәтйән Шәрифйән улы ҡасандыр эшләгән Мәмбәт ауылы мәктәбендә ойошторолдо. Сарала шәхесте туғандары, ауылдаштары һәм бергә эшләгән хеҙмәттәштәре хөрмәтләп иҫкә алды. Әхмәтйән Мәмбәтовҡа ошо көндәрҙә 60 йәш тулған булыр ине.

Ул 25 йыл элек ҡаты ауырығандан һуң вафат була. Әхмәтйән Шәрифйән улын халыҡ киң эрудитлы, күп яҡлы белемле, кешеләргә ихтирамлы шәхес булараҡ хөрмәт итә. Ул Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы мәктәбен етәкләгән осорҙа балаларға төплө белем биреп кенә ҡалмай, спортҡа һөйөү ҙә тәрбиәләй. Бөгөн уның эшен балалары дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика