Хәрби традицияларға тоғролоҡ

Хәрби традицияларға тоғролоҡ 17.09.2015

Ырымбур өлкәһендә «Волга буйы зарницаһы-2015» уйындары үтте.Федераль округтың 14 республика һәм өлкәһе ҡатнашҡан сарала Башҡортостан данын Дыуан районы үҫмерҙәре командаһы яҡланы.

Кейемеңә ҡарап ҡаршы алырҙар,аҡылыңа ҡарап оҙатырҙар. «Волга буйы зарницаһы-2015» уйындарына килгән Дыуан малай-ҡыҙҙары хәрби формаларын да етди әҙерләгән. Команданың йыры ла көслө һәм тигеҙ яңғырарға тейеш.
Волга буйы зарницаһы өсөнсө йыл рәттән Ырымбур ерендә үтә. 8-10 синыф уҡыусыларынан торған һәр командаға йүгереү, йөҙөү, көс гимнастикаһы, граната ырғытыу, автомат һүтеп ҡороу һәм пневматик винтовканан ата белеү талаптары ҡуйылды.
Әлегә үҫмер малай һәм ҡыҙҙҙарҙың  автоматтан атырға йәше етмәгән.Шуның өсөн улар пневматик винтовканан атыу өсөн бирелгән һәр пуляны сәпкә эләктерергә тырыша. Был спорт төрөнөң сығымдары ла әҙ түгел. Винтовкаларҙы күп командалар үҙ аҡсаларына йә бағыусылар ярҙамы менән һатып алған.
Евгений Кузнецов, Дыуан районының «Патриот» клубы етәксеһе:  «Балалар ата белә, яҡшы әҙерләнделәр.Дыуан лицейына рәхмәт, беҙгә яҡшы винтовка алып бирҙеләр. Атыу өсөн костюм кейергә лә рөхсәт ителә. Уны алырға Республика лицей-интернатынан Азат Ҡәиров ярҙам итте».
Ямғыр яуғанда бина эсендә,ҡояш булғанда яланда.Иң сағыу тамашаларҙың береһе - асыҡ яландағы тактик уйындар. Әммә берсә аяғүрә, берсә шыуышып хәрәкәт итеү һәр кемгә лә еңел бирелмәй шул.
Һуғыш уйынында ҡатнашыусыларға өлкәнерәк дуҫтары - Өфө районының Әлкә полигоны хәрбиҙәре ярҙам итте. Әммә улар яҡташлыҡ хистәренә бирелмәй, талаптарҙы һәр республика, өлкә, край командаларына бер тигеҙ юғары ҡуя. Шишмә егете Артур Аҙнағолов бер йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, атаһы хеҙмәт иткән Әлкә полигонына контракт буйынса килгән.
Аҙашҡанда юл табыу серҙәренә заманында компас ярҙамында ғына өйрәтәләр ине. Бөгөнгө уҡыусылар инде йүнәлеш билдәләү спорт номинацияһында үҙҙәрен тапҡырлыҡҡа һәм зирәклеккә һынай. Зарницала ҡатнашыусылар картаға ҡарап урынды тиҙ билдәләү, финишҡа тиҙерәк етеү өсөн тирләп-бешеп йүгерҙе.
Волга буйы зарницаһындағы биш көндөң һәр береһе Бөйөк Ватан һуғышындағы йылдарға арналды. Үҫмерҙәр патриотик темаға йырҙар, шиғырҙар тыңланы. Һәр көн номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнеп, кубоктар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йәштәрҙең бер генә сәғәте лә тиерлек буш булманы. Физик көс талап иткән ярыштар ҙа күп булғас туҡланыу ҙа көсәйтелгән рацион менән ойошторолғайны. Бер һүҙ менән әйткәндә, малай-ҡыҙҙарҙың «ашағанда ҡолағы һелкенде, эшләгәндә йөрәге елкенде.» Урындарға килгәндә, Дыуандар 7 номинацияла беренселекте яулап, Башҡортостан данын юғары күтәрҙе.Тактик уйын, сафтарҙа йөрөү, атыу, көс гимнастикаһы, автомат һүтеп ҡороу, визик карточкаһы, мең метрға йүгереүҙә уларға тиңләшеүсе булманы. Өҫтәүенә, улар граната ырғытып, 60 метрға йүгереп икенсе урынға сыҡты. Афарин, яҡташтар!  
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика