Хәрәкәттә – бәрәкәт

Хәрәкәттә – бәрәкәт 13.03.2015

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты республикала ГТО программаһын индереү сараларын ойоштороу буйынса төбәк оператор. Был ҡарар Мәскәүҙә ҡабул ителде.

Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек системаһын тергеҙеү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы,  илдә был  нормативтарҙы индереү һәм тормошҡа ашырыу буйынса шарттар булдырыла башланы. СССР-ҙа популярлыҡ яулаған физик культураға әҙерлек программаһы, әлбиттә, яңы форматта эшләйәсәк. Әммә маҡсаты шул уҡ ҡала: йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәү, патриотик тәрбиә биреү. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы яуаплы эшкә Башҡорт дәүләт педагогия университетының  «Арыҫлан» спорт клубын тәҡдим иткәйне. Уҡыу йортонда нормативтарҙы тапшырыу буйынса бар мөмкинлектәр бар,  ГТО мәғариф үҙәге ойошторолған. Бында белгестәр махсус әҙерлек үтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика