Хәҙер Сибай ҡалаһының халыҡ күп йәшәгән райондарында ял өсөн генә түгел, ә күнекмәләр уҙғарырға ла уңайлы урын бар 26.06.2015

Көнсығыш биҫтәһендә яңы спорт объекты барлыҡҡа килде.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы предприятиеһы төбәктә киң билдәле. Быға комбинат иҫәбенә төҙөлгән яңы спорт майҙансығы асыҡ миҫал. Спорт объектын төҙөүгә заманса һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ материалдар ғына ҡулланылған. Япманың өҫтөнлөгө шунда: ул полимерҙар менән байытылған резинанан ғибарәт, шунлыҡтан йәрәхәтләнеү хәүефе түбән. Күләмле спортты үҫтереү ҡала етәкселегең төп бурыстарының береһе булып тора. Сибай сәләмәт тормош ҡалаһы булырға тейеш. Спорт инфраструктураһын үҫтереү уның төрлө төрҙәре менән ҡыҙыҡһынған балаларға көслө этәргес буласаҡ.
Йәүҙәт Биккинов,  Учалы тау- байыҡтырыу комбинатының   Сибай филиалы генераль директоры: «Был универсаль спорт майҙансығы мини-футбол, волейбол, баскетбол һәм ҙур теннис уйындарына яраҡлаштырып эшләнгән. Ҡышҡыһын һырғалаҡ шыуырға ла була...»

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика