Хәүефһеҙ тиҙлек 31.03.2016

Өфөлә сираттағы автомоделдәр һөйөүселәре араһында уҙыштар үтте. Йылдағыса бәләкәй машина менән иң оҫта идара итеүсене асыҡлауҙа Рәсәй  төбәктәре вәкилдәре лә ҡатнашты. Автомоделизм чемпионаты Өфөнөң моторҙар эшлә берекмәһе нигеҙендә ойошторола.  

Бөтә автомобилдәр ҙә ҡаты талаптарға яуап бирергә тейеш, шуға ла ярыш алдынан улар ентекле тикшереү үтә. Мәҫәлән модельдең спойлеры өс ярым сантиметрҙан да бейегерәк булырға тейеш түгел. Уйынсыҡ болидтар сәғәтенә 100 километрға тиклем тиҙлеккә етә ала, финишҡа беренсе булып мо    делен иң яҡшы әҙерләгән һәм иң оҫта ҡатнашыусы килә. Үҫмерҙәр ярыш барышында  автомобилен ремонтлай ҙа, улар иретеп йәбештереү, конструкторлыҡ нескәлектәренә төшөнә. Тап ошо түңәрәктәрҙә йәштәрҙә инженер булыу теләге уяна ла инде ти остаздары.
Павел Попинов, автомоделизм чемпионатында ҡатнашыусы /Северодвинск/:
«Миңә ярыштарға әҙерләнеү, моделгә двигателдәр һайлап ҡуйыу бик оҡшай. Үҙеңде ысын инженер итеп хис итәһең. Мин үҙем киләсәктә тренер булып, балаларҙы автомоделизмға өйрәтергә теләйем».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика