Кескәйҙәрҙе спортҡа йәлеп итеү, сәләмәт рухта үҫтереү маҡсатында Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә һуғыш сәнғәте буйынса спорт үҙәге асылды 24.01.2015

Бында ушу һәм тай боксы менән шөғөлләнергә мөмкин.

Виктория Мартынова Ҡытай һуғыш сәнғәтен өсөнсө йыл өйрәнә, әле ул тиҫтерҙәре менән ушу буйынса күрһәтмә сығыштарға әҙерләнә. Киләсәктә табип булырға хыялланһа ла, ҡыҙ спорт төрөн ташларға теләмәй. Сәләмәт тормошҡа һөйөү уға ғаиләһендә һалынған. Баш ҡалала ушуға ылығыусылар тағы ла артасаҡ. Спорт үҙәген асыу тантанаһына ата-әсәләр балалары менән килгәйне. Сара сиктәрендә ушу һәм тай боксы буйынса күнекмәләр күрһәтелде. Спорт төрҙәре менән ике-өс йыл шөғөлләнгән малай-ҡыҙҙар күп нәмәгә өйрәнгән - улар «һә» тигәнсе баш түбән дә тора, шпагатҡа ла ултыра, хатта бысаҡ, ҡылыс, ҡолға кеүек спорт ҡоралдары менән дә ҡағиҙә буйынса дөрөҫ эш итә белә. Әйткәндәй, балалар республика, Рәсәй кимәлендә лә үҙҙәрен танытып өлгөргән. Улар төрлө бәйге еңеүселәре. Дүрт йәшлек Даниэль да тиҙҙән кескәйҙәр өсөн ойошторолған махсус дәрестәргә йөрөй башлаясаҡ. Малай әсәһе менән яңы асылған спорт үҙәге менән танышырға килгәндә, бигерәк тә, бокс грушаһы менән ҡыҙыҡһынды. Ушу менән бында биш йәштән шөғөлләнергә була, тай боксына ете йәштән генә алалар. Башта балалар махсус әҙерлек үтә, акробатиканы өйрәнә. Спорт төрөнөң тарихы, ҡағиҙәләре менән таныша. Рөстәм Хәбибрахманов, спорт үҙәге етәксеһе, тренер: «Тай боксы бик аяуһыҙ. Бында сикләүҙәр аҙ. Был спорт төрө ҡул һәм аяҡ техникаларын берләштерә. Терһәк,тубыҡтар менән бәреү рөхсәт ителә. Шулай уҡ тай боксының тарихы бай, балалар ҡыҙыҡһынып тыңлай». Спорт үҙәгенең ҡалала бер нисә филиалы бар. Унда барлығы өс йөҙҙән ашыу бала шөғөлләнә. Улар өсөн йәй айҙарында төрлө поход, лагерҙар ойошторола. Былтыр йәш спортсылар бер аҙна Дүртөйлө районында ял иткән, саф һауалағы күнекмәләр барыһында ла яҡты хәтирәләр ҡалдырған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика