Көслө заттар һөйгән йәрҙәре өсөн бөтәһенә лә әҙер 06.06.2016

Өфөлә тәүгә ҡатындарын күтәреп йүгереү буйынса чемпионат үтте. Был мауыҡтырғыс бәйгелә 22 пар ҡатнашты.

Ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күнекмәләрҙе теүәл үтәргә тырыша. Бер-береһен яратҡан парҙарға башта һикереп тә, бейеп тә алырға тура килде. Был майҙанға улар юҡҡа ғына килмәй. Өфөлә ойошторолған яңы чемпионат  күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған.
Көслө заттар ҡатындарын күтәреп, 250 метрлыҡ арауыҡты йүгереп үтергә тейеш ине! Етмәһә, юлда ҡаршылыҡтар ҙа күп.
Тәү ҡарашҡа, ҡуйылған талаптар еңел кеүек. Ысынында иһә чемпионатта ҡатнашыу өсөн физик  әҙерлек мотлаҡ ине -  гүзәл заттар ҡулдан төшөп китһә, бәләне көт тә тор, тип шаяртты ойоштороусылар. Был башланғысты социаль селтәрҙә йөҙҙәрсә кеше хуплай.
Айгөл менән Айнур Усмановтар Өфөлә мауыҡтырғыс  чемпионат уҙғарылыуы хаҡында яҡындарына ла хәбәр итә. Һөҙөмтәлә уларҙың ата-әсәһе лә унда ҡатнашып ҡарарға була. «Йәштәр менән  ярышып, йәшлек йылдарына ҡайтҡандай булдыҡ»,-ти улар.
Чемпионат  еңеүселәре тип Алһыу Бәҙретдинова менән Арыҫлан Тойғонов танылды. Бер-береһенә ғашиҡ йәштәр яҡын арала ғаилә ҡорорға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика