Көслө остаз, һәләтле көрәшселәр 12.01.2016

Дәүләкәндә Рәсәйҙә танылған тренер Валерий Терентьев етәкселегендә «Самбо-75» балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе утыҙ йылдан ашыу ваҡыт уңышлы эшләп килә. Легендар уҡытыусы бар булмышын йәш спортсылар әҙерләүгә биргән. Әле ул ғүмерендәге иң аяуһыҙ алышҡа сыҡҡан. Уҡытыусы яман шеш менән көрәшә. Бөгөн хөрмәтле тренерҙы хаҡлы ялға оҙаттылар.

Самбо буйынса донъя чемпионы  Татьяна Никитина үҫмерҙәр менән үҙенең «алтын спорт» тәжрибәһен уртаҡлаша. Утыҙға яҡын үҫмер гүзәл зат ҡушҡан һәр күнекмәне теүәл үтәргә тырыша. Башҡаса мөмкин түгел, тик физик яҡтан үҙ өҫтөндә эшләгәндәр генә, ҙур уңышҡа ирешә ала. Әхәт Бикбаев та был ҡағиҙәне һәр ваҡыт иҫендә тота, аҙнаһына биш тапҡыр үткәрелгән ике сәғәтлек дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөй.
Дәүләкән ҡалаһының «Самбо-75» балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә йөҙҙән ашыу үҫмер йөрөй. Улар араһында ҡыҙҙар ҙа бар. Тәүәккәлдәр өсөн бында бар уңайлыҡтар булдырылған. Иркен спорт залында республика кимәлендәге ярыштар үтә. Тренерҙар үҫмерҙәрҙе үҙ-ара көс һынаштырып, район беренселеген дә йыш уҙғара. Етенсе йыл был түңәрәккә йөрөгән игеҙәктәр Данир менән Дамир Шәмсетдиновтар ҙа хәҙер шәхси еңеүҙәре менән маҡтана ала.
Самбо буйынса балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе 1985 йылда ойошторола.  Урында нәҡ был йүнәлешкә иғтибарҙың артыуы осраҡлы түгел. Көслө тренер коллективы туплана, түңәрәккә йөрөргә теләүселәр ҙә көндән көн арта ғына.
Дәүләкәндә был спорт мәктәбенә нигеҙ һалыусы тренер Валерий Терентьевты уҡыусылары алҡыштарға күмде. Уҡытыусы өсөн бынан да юғарыраҡ бүләк юҡтыр. Ҡырҡ йыл эсендә уның етәкселегендә 8 меңдән ашыу замандашыбыҙ самбо серҙәренә төшөнә. Ҡул көсөн арттыра. Районда тиҫтәгә яҡын Донъя һәм Европа чемпионы әҙерләнә.
Валерий Васильевичты хаҡлы ялға оҙатыу ҙур байрамға әйләнде. Сарала тренерҙың төрлө йылдарҙағы тәрбиәләнеүселәре тәрән рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уға автомобиль  бүләк итте. Педагогты олоһоноң да, кесеһенең дә берҙәй ихтирам итеүе юҡтан түгел, ул төбәктә ысын ир-егеттәр мәктәбенә нигеҙ һалыуға тос өлөш индерә. Остаз  хаҡлы ялға сыҡмаҫ та ине, һуңғы йылдарҙа сәләмәтлеге ҡаҡшаған. Тренер яман шеш менән көрәшә.
Валерий Терентьев уҡыусыларының һәр еңеүен ҡәҙерләп хәтерләй. Спорт мәктәбендә ул музей ҙа ойоштора. Бында фотоһүрәттәрҙән тыш, архив материалдары, гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләр һәм, әлбиттә, кубок, миҙалдар һаҡлана.
Валерий Терентьев, самбо буйынса Рәсәйҙең  атҡаҙанған тренеры: «1982-86-cы йылдарҙа беҙҙең мәктәп уҡыусылары хәрби-патриотик төркөмдәр араһында самбо буйынса Советтар Союзының беренселегендә ҡатнашты. 32 команда араһында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, бер нисә тапҡыр өсөнсө урын яуланыҡ. Ошо ҡыуаныслы мәлдәр эшкә дәрт өҫтәне лә инде».
Уҙған йылда ла йәш спортсылар тренер коллективының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, Рәсәй, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, тәүге урындар алып ҡайта.
Ә инде тренерҙың тәүге уҡыусыларына хәҙер илле-алтмыш йәш тирәһе. Уларҙың күбеһе әлеге мәлдә урында самбоны үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереп, мәктәптең бағыусыһы булараҡ сығыш яһай, балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуҙа әүҙем ҡатнашалар. Уҡытыусы өсөн был ҙур бүләк, әлбиттә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика