Көнбайыш конференция йыйылма командаһы дүртенсе йыл рәттән «Саҡырыу кубогы»н яуланы 16.01.2017

Кисә Өфөлә «Хоккей йондоҙҙары аҙналығы» башланды. Тәүге булып боҙға Йәштәр хоккей лигаһы уйынсылары сыҡты. Көнсығыш командаһы составында «Толпар» клубынан Кирилл Цулыгин менән Никита Циркуль сығыш яһаны.

Иҫәпте беренсе осор башында уҡ көнбайыш командаһы һөжүмсеһе Андрей Алтыбармакян асты. Киләһе шайбаны көйәрмәндәргә байтаҡ ваҡыт көтөргә тура килде. Өсөнсө осор аҙағында яҡташыбыҙ  Кирилл Цулыгин пасын Антон Ковалёв оҫта файҙаланды. Овертаймда еңеүсе асыҡланманы, ә инде булиттар серияһында уңыш Көнбайыш командаһына йылмайҙы.  «Хоккей йондоҙҙары аҙналығы» бөгөн балалар хоккей лигаһы, Өфө хоккей лигаһы уйындары һәм үҫмерҙәр араһында «Алтын шайба» турниры менән дауам итте. 19 ғинуарҙа «Өфө-Арена»ла хоккейсы ҡатын-ҡыҙҙар көс һынаша.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика